Ашҡаҙар
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
30 Ноябрь 2018, 18:25

Өс ҡатын-ҡыҙға ВИЧ йоҡторған

Башҡортостан прокуратураһы Өфөлә йәшәгән ВИЧ-инфекциялы иргә ҡарата енәйәт эшенең тулыраҡ мәғлүмәттәре менән таныштырҙы.

Асыҡланыуынса, 2012 йылда ғәйепләнеүсегә иммун дефициты вирусы диагнозы ҡуйыла. Был хаҡта ир йөклө ҡатынының аяуһыҙ сиргә тарыуынан һуң ғына белеп ҡала.
Уның менән айырылышҡас, 2013 йылдың сентябренән 2016 йылдың авгусына тиклем ир социаль селтәрҙәрҙә, сайттарҙа ҡыҙҙар менән танышҡан һәм улар менән енси бәйләнешкә ингән. Өҫтәүенә үҙенең сирле икәнен әйтмәйенсә, яуыз ниәт менән уларҙы зарарлаған. Шул сәбәпле өс ҡатын-ҡыҙ кешенең иммун дефициты вирусын йоҡторған. Тағы ла өсәүһен үҙенең ауырыу икәнен белгәнсе зарарлағанын тәфтиш идаралығы асыҡлаған.
Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныманы.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше судҡа ебәрелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
http://www.bashinform.ru/news/1245225-zhitelya-ufy-s-vich-infektsiey-osudyat-za-umyshlennoe-zarazhenie-trekh-zhenshchin/
Читайте нас: