Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
30 Ноябрь 2018, 13:40

Яңы вакцина ВИЧ-тан көслөрәкме?

Мәскәүҙә ВИЧ-инфекциялыларға яңы вакцина ҡулланып ҡараясаҡтар. Был вакцина донъяла иң өмөтлө препараттарҙан һанала. Тикшереүҙәр Мәскәү ҡалаһының СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм профилактика үҙәге нигеҙендә алып барыласаҡ.

Үҙәктең директоры Алексей Мазус һүҙҙәренсә, был сир менән яфаланған кешегә вакцинаны яһатҡандан һуң оҙаҡ ҡына ваҡыт дауамында башҡа төрлө дауаланыу кәрәк булмаясаҡ. Ауырыуҙарҙың вирус менән көрәше ғүмер буйы дауам итеүен иҫәпкә алғанда, вакцина дауаланыуҙың хаҡын арзанайтасаҡ.
Әгәр ҙә вакцинаны тәжрибә рәүешендә 2019 йылда һынай башлаһалар, кәм тигәндә 3 йылдан һуң ғына табиптар был дауалау ысулын киң ҡуллана аласаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вакцина сир менән көрәштә сығымдарҙы ғына арзанайта ала, тулыһынса ВИЧ-инфекциянан ҡотолоу юлын һаман да таба алмайҙар. Шуға ла был инфекцияны йоҡтормауың күпкә отошло.
Статистика буйынса, 2017 йылда СПИД-тан 940 мең кеше үлгән, иммунодефицит вирусын 37 миллион кеше йөрөтә, уларҙың 2 миллионы – сабыйҙар. 1987 йылдан башлап Башҡортостанда 30721 ВИЧ-инфекциялы теркәлгән. Ә 2018 йыл дауамында 2203 сирле асыҡлан-ған. Уларҙың 60 проценты – ирҙәр. Стәрлетамаҡта ла йыл башынан алып 157 бындай ауырыу йоҡтороусы табылған, Салауатта – 111.
Э. Мөниров.
Читайте нас: