Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
11 Декабрь 2018, 13:56

Балаларҙың шат йөҙҙәре балҡытты изге юлды

Даны республикабыҙҙа киң таралған “Нур” шифаханаһында “Изгелек юлы буйлап” байрамы уҙҙы. Сарала ҡала Советынан, халыҡты социаль яҡлау идаралы-ғынан, икмәк комбинатынан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

– Мин шифаханала 26 йыл эшләйем, үткән йыл беҙ “Нур”ҙың 25 йыллығын байрам иттек. Беҙҙең шифахана өмөт һәм изгелек нурҙары менән бик күп балаларҙы йылыта, –тине шифахананың баш табибы Рәмилә Ғәлимова. Уның һүҙҙәрен раҫлағандай, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Альбина Имаева башҡарыуында “Нур”ға бағышланған гимн яңғыраны.
Балаларға иң мөһиме әкиәт бит инде. Шуға күрә Цветан менән Розочка Тролдәрҙе күреүгә улар артыҡ ғәжәпләнмәне, күптәнге таныштары, дуҫтары һымаҡ ҡабул иттеләр. Сара барышында балалар бергәләп иҫәнләшергә, дуҫтар табырға, улар менән ҡосаҡлашырға өйрәнде. Ә бына серле сиртмә ярҙамында “Тролляндияға” барып эләгеү ба-лаларҙы ғына түгел, хатта өлкәндәрҙе лә хайран итте. Был илдә балаларға “оркестр” менән сығыш яһарға, шарҙан көсөк эшләргә, күмәкләп бейергә, ҡояшты “ҡотҡарырға” мөмкин булды. Сара ҡала филармонияһы йырсыһы Ольга Янгалова башҡарыуында “Изгелек юлы буйлап” йыры менән тамамланды. Балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең шат йөҙҙәрен күреп, кәйефтәр күтәрелеп таралыштыҡ. Шифаханаға сәләмәтлеген нығытырға йәки еңеләйтергә килгән балаларҙың күңел торошон күктәргә күтәрә белгән табиптарға ла, “артистар”ға ла, байрам күстәнәсе килтергән икмәк комбинаты етәкселегенә лә рәхмәт әйтке килә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: