Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
14 Декабрь 2018, 18:33

Сир нисә йәштән башлана?

Һандарға күҙ һалһаң, кеше сиренең иҫәбе-һаны юҡ. Ошо урында сирҙең ҡасан һәм нисек асыҡланғаны, кеше нисә йәштә ауырый башлағаны ла мөһим. Был йәһәттән балаларҙың һаулығына иғтибар итеү зарур, сөнки сәләмәтлекте кескәй саҡтан һаҡларғә кәрәк. Ошо йәһәттән асыҡлыҡ индереүҙә балалар табибының үҙенә мөрәжәғәт итеү зарур. Бер нисә һорау менән ғүмерен балалар дауалауға арнаған шәхес, ҡалабыҙҙың билдәле табибы, Стәрлетамаҡ 4-се балалар поликлиникаһы мөдире Шәмсинур БҮЛӘКОВАға мөрәжәғәт иттек.

– Һуңғы йылдарҙа балалар сәлә-мәтлегендә ниндәй проблемалар кү-рәһегеҙ?
– Иң күҙгә ташланғаны – балаларҙа телмәр үҫеше тотҡарлана, улар 3-5 йәшкә тиклем йүнләп һөйләшмәй. Был осраҡта ата-әсә ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгел. Әлбиттә, баланың телефонда, планшетта ултырыуы хәҙерге ваҡытта ғәҙәти күренеш. Тик телмәр асылһын өсөн ата-әсәләр балалары менән үҙҙәре күберәк һөйләшергә, аралашырға тейеш. Неврология патологияһы булһа ла баланың теле һуңлап асылырға ла мөмкин. Әлбиттә, бының өсөн ата-әсәләрҙән түҙемлек тә, тырышлыҡ та талап ителә. Ә инвалид балалары булған ата-әсәләр балаларына дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар өсөн ай һайын пенсия ала. Тик, үкенескә ҡаршы, улар араһында: “Ниңә балағыҙҙың хәлен еңеләйтер өсөн дарыу һатып алмайһығыҙ?” – тигән һорауға, “Беҙ нәмәгә йәшәргә тейеш?” тип, балаға тәғәйенләнгән аҡсаны йәшәү сығанағы итеп ҡабул итеүселәр ҙә бар. Был да бер проблема.
– Сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү яҡшы. Әммә ҡайһы бер йәш ата-әсәләр балаһына прививка яһатыуҙан баш тарта…
– Был күренештең сәбәбе билдәле –прививканан, киреһенсә, сирләп китер тип ҡурҡалар. Һәр хәлдә, беҙҙең ҡалала прививка яһатып, баланың инвалид ҡалған осрағы теркәлгәне юҡ. Прививка эшләмәгән балаларҙы шифаханаларға ла, лагерҙарға ла алмаҫҡа мөмкиндәр, әммә бында иғтибарҙы икенсегә йүнәлтергә кәрәк: прививкаға ҡарағанда был осраҡта сир хәүефлерәк бит. Мәҫәлән, етди инфекция таралған осраҡта баланы тик прививка ғына ҡотҡарып ҡалыуы мөмкин, әммә сирләй башлағас, уны яһатыуҙан ни мәғәнә, алдан һаҡланыу сараһы күрмәгәс.
– Шулай ҙа прививканан тыш та сәләмәтлекте һаҡлаусы күренештәр байтаҡ. Шифахана, лагерь, сәләмәт-лек үҙәктәре, әйтәйек. Был йәһәттән ниндәй эштәр алып барыла?
– Беҙҙең поликлиникала, мәҫәлән, сәләмәтлек үҙәге эшләй. Унда 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар өсөн бушлай тикшереү үтергә мөмкин. Сәләмәтлек үҙәге ҡаланан тыш 5 районды хеҙмәтләндерә: Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ауырғазы, Ғафури, Миәкә. Ял көндәре: шәмбе, йәкшәмбе. Бында баланың сәләмәтлеген бар яҡлап та тикшерергә мөмкин. Ғөмүмән, был турала оҙаҡ һөйләргә була, әммә ата-әсәләр балаларының һаулығын ҡайғыртҡанда, уларҙың үҫешен дөрөҫ ойоштороп ҡына ҡалмай, ошондай мөмкинлектәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаһын ине.
– Ә бына сир башлыса нисә йәштә башлана?
– Сәбәптәр төрлөсә булыуы ихтимал. Йәш, мөхит, үҫеш. Әммә шуныһын оноторға ярамай: ҡарында яралған сабыйҙа ата-әсәнең генетик эҙҙәре булғас, сирҙәр ҙә үҙ өлөшөн индерә. Шуға йәштәргә, балағыҙ һау булһын тиһәгеҙ, тәү сиратта, үҙеңдең һаулығыңдан башларға кәрәк тип әйтер инем. Юҡһа, эскелек, наркомания, мәғәнәһеҙ енси бәйләнештәр арҡаһында күпме ауырыу һәм ғәрип балалар ярала.
Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: