Әйткәндәй, Булат Таһир улы Стәрлетамаҡ егете. Ул ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһында башланғыс белем алһа, урта белемде Башҡорт-төрөк лицейында ала. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, Америкала уҡып ҡайта. Атаһы Таһир ҙа – медицина өлкәһе белгесе. Олатаһы Ғилуан Кәрим улы Ғәлимов заманында ҡалабыҙҙа танылған хирург булған. Шулай уҡ Булаттың ике туған ҡустыһы Артур Радик улы Ямалов та медицина университетын һайлай. Ул да ҡалабыҙҙың элекке Башҡорт-төрөк лицейын ҡыҙыл дипломға тамамлаған булған. Әлеге ваҡытта Артур Америкала белем алыуын дауам итә. “Олатаһы иҫән булһа, ейәндәренең уңыштарына бик тә ҡыуаныр ине, – ти егеттәрҙең өләсәһе Рәйсә Мирғәли ҡыҙы Ғәлимова. Ҡалабыҙҙан сыҡҡан табиптар менән беҙ ҙә ғорурланабыҙ.