Башҡортостанда балалар һәм өлкәндәр араһында киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары арта. Һуңғы аҙнала (4 февралдән 10-ына тиклем) 33 меңдән күберәк кешегә «киҫкен респиратор вирус инфекцияһы» диагнозы ҡуйылған, уларҙың 63% ашыуы (21,1 меңе) — балалар.
Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүҙең эпидемик күтәрелеше башланыуы теркәлгән. Эпидемик сик 45,9% күтәрелгән, бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 28% артҡан.
Өфөлә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 9,9 мең осрағы теркәлгән, уларҙың яртыһынан ашыуы — балалар (5,2 мең). Өфөләр араһында ОРВИ менән сирләү эпидемик сиктән 33,6% юғары.