Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
21 Март 2019, 18:30

Башҡортостанда йәшәүселәр дүрт көн дауамында бушлай флюорография үтә ала

Башҡортостанда 24 март — Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө алдынан халыҡ өсөн бушлай тикшереү ойошторола.

21-24 мартта, планға ярашлы, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың барлыҡ бүлексәләрендә һәм филиалдарында теләгән һәр кем туберкулезға тикшереү үтә ала, мәғлүмәт һылтанма буйынса.

Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙа ҡыҙыу элемтә ойошторола: 8 (347) 228-45-14 һәм 8-917-790-04-14. Туберкулезға ҡаршы ярҙам күрһәтеүгә бәйле бөтә һорауҙар менән ошо телефон һандарына шылтыратырға мөмкин.


Флюорография ҡулайламаһы түбәндәге ҡалаларҙа эшләй:


21-22 мартта Стәрлетамаҡта иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем: Островский урамы, 2 (санитар автотранспорт гаражы).


23-24 мартта Сибайҙа иртәнге 9-ҙан 4-кә ҡәҙәр: Зәки Вәлиди урамы, 42 («Аструм» сауҙа үҙәге).


24 мартта Өфөлә иртәнге 9-ҙан 1-гә тиклем: Цюрупа урамы, 97 (Үҙәк баҙар), Ҡулса урамы, 65 (Колхоз баҙары).

Читайте нас: