Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
7 Апрель 2019, 00:24

Гемодиализға бушлай йөрөтөргә тейештәр

Башҡортостанда гемодиализға мохтаж пациенттарҙы йәшәгән ерҙән процедура башҡарылған урынға тиклем урындағы дауахана иҫәбенә алып барырға тейештәр. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.

Тейешле бойороҡ 2019 йылдың февралендә баҫылған, сирлеләрҙе йөрөтөүгә өҫтәмә аҡса бүленгән. Транспортировка талап ителгәндәрҙең барыһына ла дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Сибай ҡалаһында 41 пациент гемодиализға йөрөй, «Нефролайн» гемодиализ үҙәгендә ете «яһалма бөйөр» аппараты ҡуйылған. 2014 йылдың октябренән алып улар өс сменала эшләй. Бер процедура дүрт сәғәт дауам итә, ауырыуҙар бында ике көн һайын килә.
Процедураға уларҙы үҙәк ҡала дауаханаһы транспорты менән килтерәләр.
«Нефролайн» гемодиализ үҙәге табибы Рәфҡәт Биҡҡолов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта бүлексәлә Сибай, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары халҡы гемодиализ процедураһын үтә. Пациенттар өсөн бөтә процедуралар ҙа бушлай.
http://www.bashinform.ru/news/1293588-v-bashkirii-patsientov-na-gemodializ-budut-vozit-besplatno/
Читайте нас: