Мәҫәлән, һеҙҙең ауырлығығыҙ 60 кг икән, көнөнә 180 миллилитр һыу эсергә кәрәк. Һыуҙың температураһы ла мөһим роль уйнай. Ашҡаҙан йәрәхәте, хроник гастрит, гепатит, колит булғанда, тын юлдары ауырығанда уны йылытып эсергә кәрәк. Дауалау курсы - 5-6 көндән алып 3-4 аҙнаға ҡәҙәр. Бынан күберәк ваҡыт минераль һыу менән организмды һауыҡтырыу тыйыла. Сөнки саманан тыш ҡулланыу һыу-тоҙ алмашыныуы боҙолоуына килтерә. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары киҫкенләшкәндә, ашҡаҙанда шеш булғанда минераль һыу эсеү тыйыла.