«Роспотребнадзор эпидемиология фәнни-тикшеренеү институты геном редакциялары нигеҙендә хроник гепатитты тулыһынса дауалау өсөн яңы алымдар эшләне. Ул вирустың 99 проценты юҡҡа сығарырға мөмкинселек бирә, ләкин шул уҡ ваҡытта кеше геномына тәьҫир итмәй», - тип яҙа ведомствоның матбуғат хеҙмәте Попова һүҙҙәрен килтереп.
Анна Попова Роспотребнадзор институты беренсе тапҡыр илебеҙҙең реагенттар йыйылмаһын һаулыҡ һаҡлау практикаһына индереүен белдерҙе. Улар В гепатиты, шулай уҡ ВИЧ вирусы мутацияһы ныҡлығын билдәләү өсөн ҡулланыла.
Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәте буйынса, донъяла йыл һайын хроник гепатиттан 1 миллиондан артыҡ кеше үлә.