Аҙыҡ-түлек менән ағыуланмаҫ өсөн, әлеге продукттарҙы өйҙә һәм әҙ күләмдә әҙерләргә, ә ҡалған ризҡтарҙы бер тәүлектән дә артыҡ һаҡлмаҫҡа кәрәк. Гигиена һаҡлау айырыуса мөһим: әҙерләү алдынан һәм сей продукттар ҡулланғандан һуң ҡулдарҙы яҡшылап йыуырға, бысаҡ һәм таҡталарҙы айырым ҡулланырға, шулай уҡ продукттарҙы ентекләп йыуырға кәрәк. Кибеттә ашамлыҡ һатып алғанда, уны әҙерләү һәм ҡулланыу ваҡытында иғтибар итергә кәрәк.
Аҙыҡ-түлек менән йыш ҡына дизентерия, сальмонеллез, иерсиноиз, кампилобактериоз, ротовирус һәм норовирус инфекциялары, А вирус гепатиты һәм башҡа ауырыуҙар килтереп сығарыусы микробтар күсә. Аш-һыу әҙерләү технологияһын боҙоу, уларҙы дөрөҫ һаҡламау һәм бешереү гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында ағыуланыуҙар һәм йоғошло ауырыуҙар килеп сыға.