Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
17 Ғинуар 2020, 15:00

2022 йылға Рәсәйҙә бар халыҡ электрон медицина картаһына күсерелә

Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова уҙған көн шулай тип белдерҙе.

«Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә һәм цифрлаштырыуҙа башҡа дәүләттәрҙән арттараҡ ҡалғанбыҙ, ләкин беҙ тиҙ хәрәкәт итәбеҙ, — тип билдәләне Вероника Скворцова. — Шулай уҡ 2020 йылдан табиптар ҡарарына интеллектуаль ярҙам индерелә».
Һуңғыһы интеллектуаль аҡыл анализдарҙы, сирҙең билдәләрен һәм башҡа күрһәткестәрҙе өйрәнә тигәнде аңлата, табиптарға диагноз ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә.
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы илдең фармацевтика сәнәғәте тураһында һөйләне. Баҙарҙа 80% — илебеҙ препараттары, тип билдәләне ул.
Уның әйтеүенсә, илдә электрон документҡа күсеү тиҙ бара, шул иҫәптән медицина карталары ла электрон форматта булырға тейеш. Был табиптарға пациенттарҙың һаулығы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе тиҙерәк табырға, мотлаҡ тикшереүҙәргә мөҙҙәт билдәләргә, аныҡ эш барырға мөмкинлек бирә.
БСТ.
Читайте нас: