Ашҡаҙар
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
27 Ғинуар 2020, 18:00

Республика дауаханаларында пациенттарҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан килгән табиптар ҡабул итә башланы

Тәжрибә уртаҡлашыу. Белгестәр рәсми ултырышта медицина өлкәһендә дөйөм маҡсаттарҙы билдәләп, пациенттарҙы дауалау өҫтөндә эшләне.

Медицина фәндәре докторы Олег Коваленко 40 йылға яҡын кардиохирург булып эшләй. Тиҫтәләгән йылдар эсендә тәжрибәле белгес меңәрләгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарған, йөрәк ауырыуҙарының ҡатмарлы осраҡтарында ла кеше организмының иң мөһим ағзаһына яңы һулыш биргән. Кардиохирург Өфөлә йыйылған бер төркөм белгестәр менән пациенттарҙы ҡабул итә.
Олег Коваленко, А. Бакулев исемендәге милли медицина тикшеренеү үҙәге кардиохирургы: “Пациентҡа өҫтәмә тикшеренеүҙәр үтеү талап ителә. Тағы ла бер тапҡыр коронограмма, УЗИ эшләп йөрәктәге йөйҙәрҙе ентеклерәк өйрәнергә кәрәк. Урындағы табиптар бөтә анализдарҙың һөҙөмтәләрен беҙгә тапшырғас дауалау юлдарын ҡарайасаҡбыҙ. Бәлки, операция эшләмәй пациентҡа дарыуҙар менән ярҙам итеп тә булыр”.
Төрлө сирҙәр буйынса бушлай консультация алып барған белгестәр урындағы табиптар менән тәжрибә уртаҡлашып дауалау курсын билдәләй. Эш сәфәре сиктәрендә аҡ халатлыларҙың маҡсаты бер - мөмкин тиклем күберәк пациенттарға ярҙам итеү.
Өфө дауаханаларында ойошторолған медицина конференцияһы сығыштарын башҡа төбәктәр табиптары тыңланы. Белгестәр яман шеш ауырыуҙарын профилактикалау, ауыр сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау, һөҙөмтәле дауалау хаҡында һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Сергей Хомяков, В.Шумаков исемендәге трансплантология һәм яһалма ағзалар милли медицина тикшеренеү үҙәге директоры урынбаҫары: “2019 йылда Башҡортостанда 51 траснплантология эшләнде. Улар барыһы ла уңышлы булды. быйыл был һандарҙы ике тапҡырға арттырырға ниәтләнәбеҙ, сөнки бөйөр, бауыр һәм йөрәк трансплантологияһына ихтыяж юғары. Республикала бик көслө белгестәр эшләй, шуға ла хеҙмәттәшлекле дауам итәсәкбеҙ”.
Рәсәй дауаханаларында пациенттарҙы дауалаған тәжрибәле табиптар Башҡортостан хеҙмәттәшлек өсөн ҡыҙыҡлы һәм эшлекле төбәктәрҙең береһе тип белдерҙе. Шуға ла киләсәктә дөйөм көс менән кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә, медицина тармағында белемде камиллаштырыуға иғтибар тағы ла артыр тип күҙаллана.
БСТ.
Читайте нас: