Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
29 Ғинуар 2020, 14:00

Ҡорот коронавирусты туҡтата!

Был хәбәр Британия ғалимдарынан килә. Англия һаулыҡ һаҡлау департаменты ғилми хеҙмәткәрҙәре башҡорт ҡоротоноң ҡытай коронавирусы өсөн үлемесле булыуын асыҡлаған.

Инглиздар фәҡәт башҡорт еренең ҡылғанлы бесәнен ашап, таҙа һыуын эскән һыйыр һөтөнән әсетелеп яһалған, экологик яҡтан таҙа башҡорт ҡоротоноң иң файҙалыһы икәнлеген асыҡлаған.
Ҡороттоң составына ингән көслө биологик актив матдәләр аксатоксин һәм энзим вирустың нейрон бәйләнешенә ҡамасаулай (блокадаға ала), ДНК һәм РНК-сылбырын өҙә.
Һөҙөмтәлә, сир сигенә, кеше организмы антиматдәләр һәм ғүмерлек сиргә бирешмәүсән иммунитет эшләп сығара башлай.
Ҡороттоң киптерелгәнен йәки йомшаҡ көйөнсә лә иҙеп һурпаға һалып ҡулланырға кәрәк. Фәҡәт боронғо ысул менән ныҡлы әсегән ҡатыҡтан оҙаҡ итеп ҡайнатып яһалған ҡорот ҡына файҙалы була.
WhatsApp материалдарын файҙаланып, Р.САФИНА әҙерләне.
Читайте нас: