Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
18 Февраль 2020, 11:00

Табиптар үҙҙәре килә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРеспубликала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә табиптар район-ҡалаларға сығып, ауырыуҙарҙы ҡабул итә башланы. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.

Билдәле булыуынса, 4-6 мартта табиптар Ишембай үҙәк район дауаханаһында, 18-20 мартта – Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында, 1-3 апрелдә Стәрлетамаҡтың 3-сө ҡала дауаханаһында, 15-17 апрелдә – Салауат ҡала дауаханаһында, 28-30 апрелдә Сибайҙа, 13-15 майҙа – Ишембайҙа, 20-22 майҙа – Күмертауҙа, 17-19 июндә – Мәләүездә, 24-26 июндә Күмертауҙа күҙ ауырыуҙары менән яфаланыусыларҙы ҡабул итәсәктәр.

Хирургия буйынса дауаланыу һәм анализдар алыуҙа килеп тыуған һорауҙар менән пациенттарға йәшәү урыны буйынса офтальмологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: tv.rbsmi.ru

Читайте нас: