Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
19 Март 2020, 19:29

Коронавирусҡа бәйле хәлдәр

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар теркәлмәһә лә, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары тулы әҙерлек режимына күскән, сөнки беҙҙең менән сиктәш төбәктәрҙә ауырыу йоҡтороусылар бар. Шулай уҡ ҡатнашыусылар һаны 250-нән артҡан саралар 20 апрелгә тиклем күсерелде. Мәктәпкәсә балалар учреждениелары, ҡарттар йорттары “карантин” режимында эшләй. Балалар баҡсалары эшләһә, мәктәп уҡыусылары ошо көндәрҙә 6 апрелгә тиклем каникулдарға китә, унан һуң дистанцион рәүештә белем алыу ойоштороласаҡ.

Юғары һәм һөнәри белем биреү уҡыу йорттары ла ситтән тороп белем биреүгә күсә. Медицина битлектәренә килгәндә, улар бөгөндән үк медицина учреждениелары һәм дарыуханаларҙа буласаҡ, “Башфармация” күп тапҡыр ҡулланырға яраҡлы медицина битлектәрен етештерә башланы. Билдәле булыуынса, ҡап 70-80 һум тирәһе торасаҡ, уның эсендә өс битлек буласаҡ. Әлегә был башҡа етештереүселәр менән сағыштырмалы иң арзаны һанала, битлектәрҙе йыуырға мөмкин, уларҙы үтекләп торорға кәрәк буласаҡ. Магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек дефицитын булдырмаҫ өсөн ҙур селтәрле магазиндар менән һөйләшеү ойошторолған, базаларҙа тауар етерлек, шуға ла был өлкәлә мәсьәлә контролдә тотола. Рәсәй буйынса коронавирус торошона күҙ һалғанда, гәзит сыҡҡан мәлгә 114 вирус эләктереүсе теркәлгән, Мәскәүҙә бер үлем осрағы теркәлгән, ауырыусылар Рәсәйҙең 40 субъектында теркәлгән. Алдаҡ мәғлүмәттәргә ышанырға ярамай, әгәр ҙә һеҙгә бындай яҙмалар килә икән, уларҙы таратмаҫҡа тәҡдим ителә.
Коронавирусҡа бәйле рәсми мәғлүмәтте https: //www.who.int/csr/alertresponse/ru/, https: //www.rosminzdrav.ru/news, https://health.bashkortostan.ru/activity/20815/
сайттарынан ҡарап белергә була. Коронавирусҡа бәйле һорауҙарығыҙ булһа, БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡыҙыу линия ойошторҙо – 8(347) 286-58-27, күп каналлы
телефон – 8(347) 279-91-20.
Читайте нас: