Ҡурҡыу һәм ҡурҡытыу иң ҙур ҡоралдарҙың береһе икәненә район-ара сауҙа базаһы эргәһенән үтеп барғанда инандым, унда тирә-яҡтан йыйылған халыҡ, машиналар тығындар барлыҡҡа
килтергән. Шул тиклем дә популяр булып киткән сауҙа урынына үҙем дә инеп сыҡтым, ундағы сират яңы йыл байрамдары алдынан булған әҙерлекте хәтерләтте, тик һатып алырға теләүселәр генә, байрам мәле менән сағыштырғанда, бер нисә тапҡыр күберәк. Тоҡлап дөгө, ҡара бойҙай, шәкәр, он һәм башҡа оҙаҡ һаҡлана торған тауар гөрләп үтә, эшҡыуарҙар ҙа юғалғандарҙан түгел, запастары етерлек. Бындай дәртле баҙарҙа үҙемдең дә һатып алыу тойғоһо янып китте, тик сират аша
үтеп сығырлыҡ булмағанын аңлағас, ҡул һелтәнем дә, теге дәртте һаҡлап, өй эргәһендәге магазинға инеп бер ҡаршылыҡһыҙ тауар алып сыҡтым. Күптән
инде танып бөткән һатыусыларға баҙар хәлдәрен һөйләгәс, тегеләр йылмайып
ҡына ҡуйҙы. Таж кейеп бар донъяны яулап килгән вирустан медицина битлеге һаҡлай тиҙәр, дарыуханаға инеп битлек һораным, әммә битлектәр булмай сыҡты...
Бар һорауҙарға яуапты эҙләп ҡаланың Роспотребнадзор идаралығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ауырғазы, Ғафури, Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондары буйынса бүлеге етәксеһе Алмаз Сәләховҡа юл тоттом.
– Алмаз Радусович, коронавирусҡа ҡаршы дәүләт әлеге мәлдә ниндәй эш
алып бара?
– Бөгөнгө көндә сит илдән ҡайтҡан граждандарыбыҙға ҡарата иғтибар көслө, сөнки вирус сит илдән килә. Беҙҙә коронавирус буйынса хәүеф янаған илдәр исемлеге бар, ул һәр ваҡыт яңырып тора, беҙҙең сайтҡа инеп ҡарай алаһығыҙ. Бына шул илдәрҙән ҡайтҡан кешеләр тураһында идаралыҡҡа Өфөнән мәғлүмәт тапшырыла, унда кешенең бәйләнеш телефондары, йәшәгән урыны һәм башҡа идентификациялау мөмкинлектәре яҙылған. Беҙ ул кешегә барып, ҡаланың төп санитар табибы ҡарарын тапшырабыҙ, ҡарар буйынса был кеше йәшәгән урынынан сығып йөрөргә тейеш түгел, шулай уҡ йәмәғәт транспортында йөрөргә, эш урынына,
белем биреү учреждениеларына, күп кеше ҡатнашлығында үткән сараларға
барыу тыйыла. Тағы ла бер талап – тән температураһын үлсәп, температура
торошо тураһында көндәлек алып барыу һәм йәшәгән урыны буйынса ҡараған дауаханаға көн дә шылтыратып үҙенең хәле тураһында хәбәр итеп тороу.
Әгәр ҙә һаулыҡ ҡапыл насарайып, тән температураһы күтәрелеп, йүткереү
йышайһа һәм тын алыу ауырлашһа, 103, 112 телефон һандарына шылтыратыу талап ителә. Өйҙә генә ятып үҙ-үҙеңде дауалау тыйыла. Әгәр ҙә ҡарарҙа яҙылған талаптар үтәлмәһә, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 19.4, 19.5-се статьяларының 1-се өлөштәре һәм 6.3-сө статьяһы буйынса язаға тарттырылыу тураһында иҫкәртеп ҡуябыҙ. Шулай уҡ, ҡарар дауахананың баш табибына ла йүнәлтелә, уның буйынса кешегә профилактика үткәреү, 14 көнгә изоляция булдырыу, анализдарҙы яңынан тикшереү һәм, мохтажлыҡ булғанда, дауалау ҡаралған. Коронавирус асыҡланған осраҡҡа беҙ йоғошло сирҙәр дауаханаһында айырым бокс әҙерләп ҡуйҙыҡ, коронавирус менән сирле кеше нәҡ унда
дауаланасаҡ.
– Ҡайһы бер мәғлүмәттәр хатта сир ҡалала ла йөрөй, тип ҡурҡыта...
– Коронавирус инфекцияһы Стәрлетамаҡта һәм Башҡортостан Республикаһында әлегә теркәлмәне. Әгәр ҙә бындай осраҡ булһа, беҙ хәбәр итәсәкбеҙ, иң тәүге осраҡта сирле кеше менән бәйләнештә булыусыларҙы, уның менән бергә йәшәгән яҡындарын, хеҙмәттәштәрен һәм башҡа мөмкин булған бәйләнештәрҙе тикшереп сығасаҡбыҙ.
– Ә анализдарҙы ҡайҙа тапшырырға була?
– Анализдарҙы йәшәгән урын буйынса дауалау учреждениеһында ғына ҡабул
итәләр, башҡа төрлө ысулдар менән ярҙам күрһәтеүсе клиникалар әлегә ундай
анализдарҙы эшләй алмай – шуға иғтибар итегеҙ. Һөҙөмтәләрҙе Новосибирск
ҡалаһында билдәләйҙәр ине, хәҙер Өфөлә гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә лә
яһала. Тимәк, тиҙерәк.
– Халыҡ төрлө яҡтан килгән хәбәрҙәрҙе ишетеп, медицина битлектәрен, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алып бөттө. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Элек тә ошондай яңы вирустар: 1968 йылда Гонконг киҙеүе, 2002 йылда SARS
коронавирустары килеп сығып, эпидемия ҡурҡынысын алып килгәйне. Шуға вирустар
һәр ваҡыт булған, тик был юлы пандемия иғлан иттеләр, йәғни инфекция процесы
бер нисә ҡитғаға таралды. Вирустан бигерәк “фейк” йәки алдаҡ яңылыҡтар, социаль селтәрҙәрҙә ҡурҡыныс һәм шом таратҡан яҙмалар ҙурыраҡ ҡурҡыныс йөрөткән кеүек. Сөнки коронавирус ул әллә ниндәй ҡурҡыныс ауырыу түгел, ул грипп кеүек үк йәштәр, балалар араһында уңышлы дауалана, ул тик хроник ауырыуҙар, 80 йәштән өлкән кешеләр араһында ауыр үтә. Йәшерен түгел, өлкән йәштәгеләргә, йыш ауырыусыларға иһә үҙ һаулығына иғтибарлы булырға, өйҙән сығып йөрөмәҫкә кәңәш итер инем. Үҙем бер ниндәй ҙә аҙыҡ-түлек запастары йыйманым, туғандарыма ла был артыҡ мәсьәлә тип иҫкәрттем, сөнки грипп осоронда бер кем дә улай ҡурҡмай,
әҙерләнмәй. Битлектәр менән дә шул уҡ хәл, ғәҙәттә, битлекте вирус йоҡторған
кешегә башҡаларға йоҡтормаҫ өсөн кейәләр. Тағы ла битлекте ауырыу кеше
менән бәйләнеш булған осраҡта, ғәҙәттә, медицина хеҙмәткәрҙәренә, ауырыған
кешенең туғандарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар индереп сыҡҡанда кәрәк. Шул
уҡ ваҡытта медицина битлегенең көсө ике сәғәткә генә етә, ғөмүмән алғанда, уны
ауырыу кеше эргәһендә булғандан һуң тышҡа сыҡҡас уҡ сисеп ташларға кәрәк.
Битлекте һәр ваҡыт кейеп йөрөү һау кешене бер нисек тә һаҡлап ҡала алмай.
– Был осорҙо үткәрер өсөн халыҡҡа ниндәй кәңәштәрегеҙ бар, ғөмүмән,
коронавирус ҡасан бөтә һуң?
– Был кәңәштәр һәр кемгә киҙеү миҙгелендәге саралар буйынса таныш. Күп кешеләр булған урындарға йөрөмәҫкә, йәшәгән, эшләгән урында һауаны елләтеп торорға, сәләмәтлек өсөн физик күнегеүҙәр эшләргә кәрәк. Үрҙә әйтеүемсә, вирусты йоҡтороусыларҙың 80 проценты еңел үткәрә, бер нисә көн сөскөрөп-йүтәлләп алалар ҙа шуның менән тамамлана. Коронавирус һүҙен көсләп таҡһалар ҙа, ҡурҡырға, әллә ниндәй уйҙарға бирелергә кәрәкмәй. Коронавирус менән көрәш стратегияһы планы вирустың тамамланыуын ике осорға билдәләгән, беренсеһе – йәй айҙарында һәм икенсеһе – йыл аҙағында. Әлегә вирустың ҡасан тамам юҡҡа сығыуы, уны еңеүебеҙ билдәһеҙ.