Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
20 Март 2020, 11:20
Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ!
Билдәле булыуынса, 1882 йылдың 24 мартында немец ғалимы Роберт Кох туберкулез тыуҙырыусы микробтарҙы микроскоп аша күрә һәм кешеләрҙә үлемесле сирҙе еңеүгә өмөт уята. Был дата Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса 1882 йылдан бирле билдәләнә.
Был көндө республикала туберкулезды иҫкәртеүгә бәйле төрлө саралар үткәрелә. Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығы
30 мартҡа тиклем
8-800-700-90-30 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия” ойоштора.
Белгестәр был йоғошло сир буйынса төбәктәге эпидемиологик хәл, профилактик тикшерелеүҙең мөһимлеге (Манту эшләтеү, Диаскинтест, флюорография үтеү), туберкулезды иҫкәртеү саралары тураһында һеҙҙең һорауҙарға яуап бирәсәк.
Шуны ла иҫкәртәбеҙ: йыл һайын флюорография үтергә онотмағыҙ.
“БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” нең
Стәрлетамаҡ район-ара филиалы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?