Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
27 Март 2020, 00:39

«Башфармация» дарыуханаларына 418 мең битлек килтерелә

Бөгөндән «Башфармация» дарыуханалары селтәренә 418 мең бер тапҡыр ҡуллана торған битлек килтерелә. Был хаҡта коронавирус буйынса хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. «Дельрус» компаниялар төркөмө етештергән битлектәр республикаға, шулай уҡ предприятиеларға таратыла.

«Төркиәнән медицина битлектәренең киләһе партияһы — 700 мең данаһы республикаға 30 мартта килтерелә. Шулай уҡ беҙ «Дельрус» компанияһы менән өҫтәмә тәьмин итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ», — тип хәбәр итте Забелин.
Башҡортостан етәксеһе республикала һаҡланыу битлектәрен етештереүҙе тәүлегенә 50 меңгә тиклем еткерергә һәм тотона торған материалдар һатып алыуҙы алдан иҫәпкә алырға ҡушты.
Мәҡәләнең сығанағы http://www.bashinform.ru/bash/1430540/ .
Читайте нас: