Ашҡаҙар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
30 Март 2020, 18:04

МӘСКӘҮ ОПЕРАТИВ ШТАБЫ 17 БАЛА КОРОНАВИРУС ЙОҠТОРОУ ТУРАҺЫНДА ХӘБӘР ИТТЕ

Мәскәүҙәге оператив штаб мәғлүмәте буйынса, илдең баш ҡалаһында 17 бала коронавирус йоҡторған. Был туралағы мәғлүмәт штабтың социаль селтәрҙәге рәсми битендә урынлаштырылған.

Штаб мәғлүмәттәре буйынса, Мәскәүҙә вирус йоҡтороуҙың 212 яңы осрағы раҫланған. Яңы ауырыусылар араһында 18 йәштән 40 йәшкә тиклем 102 кеше һәм 17 бала бар.
Коронавирус шулай уҡ 40 йәштән алып 65 йәшкә тиклемге 58 кешелә һәм 65 йәштән өлкәнерәк 35 кешелә раҫланған. Барлыҡ пациенттарҙы, шулай уҡ улар менән яҡын мөнәсәбәттә булған кешеләрҙе лә табиптар күҙәтә.
Әлеге ваҡытта баш ҡалала коронавирус йоҡтороуҙың 1226 осрағы теркәлгән.
Читайте нас: