Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
31 Март 2020, 16:56

БАШҠОРТОСТАНДА КОРОНАВИРУС МЕНӘН АУЫРЫУСЫ БЕРЕНСЕ ПАЦИЕНТ ДАУАЛАНДЫ

Дүртөйлө районынан 35 йәшлек ҡатын 21-31 март ваҡытында дауаланыу алып, ҡурҡыныс ауырыуҙан шәбәйеп сыҡты. Билдәле булыуынса, ул ике тапҡыр коронавирусҡа анализ тапшырған, икеһе лә кире һөҙөмтә күрһәткән.Ҡатын үҙенең хәле менән социаль селтәрҙәр аша ла хәбәр итеп барҙы. Әле ул ауырыу менән көрәшкән ваҡытта үҙен дәртләндереп тороусыларға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә изгелекле һәм кешелекле булған өсөн рәхмәттәрен белдерә.

Ләйсән һәм уның 50 йәшлек апаһы Филиә ҡытайҙан таралған инфекция менән Европа буйлап круиз лайнерында сәйәхәт иткән ваҡытта зарарлана. 15 мартта улар Башҡортостанға ҡайтып төшә һәм изолояцияға ултыра. Тик сәйәхәт еңел генә тамамланмай, тапшырылған анализдар коронавирус ауырыуы барлығын дәлилләй. Апалы-һеңлеле пациенттарҙы Өфө ҡалаһының 4-се инфекция дауаханаһына һалалар. Әлеге мәлдә уның апаһы дауаланыуҙы дауам итә.
Читайте нас: