Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
8 Апрель 2020, 16:24

Быйыл 636 кешелә ВИЧ-инфекция асыҡланған

Иң күп ауырыусылар ир-егеттәр араһында, тип хәбәр итәләр Республика СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгенән.

Йыл башынан республикала 636 ВИЧ-инфекциялы билдәле булған. Улар араһында 373-ө (58,7 проценты) – ир-егеттәр. Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында беренсе мәртәбә ВИЧ-инфекциялы 37 кеше асыҡланған.
Ошо ваҡыт эсендә ВИЧ-инфекциялы 108 ауырлы ҡатындың 86-һы бала тапҡан.
Үткән йылғы ошо осор менән сағыштырғанда, сирлеләрҙең һаны кәмеүе күҙәтелә. Былтыр 1 мең кешегә 19,03 сирле тура килһә, быйыл 1000 кешегә - 15,7. Өфөлә лә ВИЧ-инфекция менән зарарланыусылар күрһәткесе кәмеүгә табан бара.
Читайте нас