Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
9 Апрель 2020, 01:01

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы ғәҙәттәгесә эшләй башланы

Бөгөн Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһын дезинфекциялауға япҡайнылар. Сәбәбе – бер кешенең COVID-19 менән сирләү ихтималлығы. Был турала медицина ойошмаһының баш табибы Ирина Карамова хәбәр итте.

«Эшкәртеү тамамланғас, дауахана стационар тәртиптә эшен дауам итәсәк. Паникаға бирелмәүҙе, шикле сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәренә ышанмауҙы һорайбыҙ», – тип яҙҙы баш табип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Шулай булды ла. Дезинфекция үткәргәндән һуң, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы стационар режимда эш башланы.

Фото: vk.com

Читайте нас