Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
13 Апрель 2020, 16:15

Теште наркоз менән дауалаясаҡтар

Онлайн режимында үткәрелгән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә фекер алышыуға Стәрлетамаҡта регенератив һәм һанлы имплантология төҙөү буйынса инвестпроект сығарылды.

Проект авторы һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге ваҡытта ҡалала стоматология процедуралары наркоз менән үткәрелмәй. Был бигерәк тә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн мөһим. Яңы стоматология үҙәген хирургия мәшәҡәттәрен атҡарыу өсөн наркоз ҡорамалдары менән йыһазландырасаҡтар. Шулай уҡ бында заманса рентген диагностикаһы бүлеге лә буласаҡ.
Әлеге проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары кәрәк икәнбуласаҡ. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов үҙенең урынбаҫарҙарына кәрәкле майҙандарҙы табырға ҡушты. Мөмкин булған варианттарҙы проект авторына тәҡдим итәсәктәр. “Ҡалала медицинаны үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Беҙ һеҙҙең ҡарамаҡҡа бер нисә ер участкаһы варианттарын ебәрәсәкбеҙ”, - тине Владимир Иванович. Был яңы проект тормошҡа ашырылһын ине.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас