Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
14 Апрель 2020, 16:34

МӘСКӘҮ ТАБИПТАРЫНЫҢ 7 ПРОЦЕНТЫНДА КОРОНАВИРУСҠА ҠАРШЫ ИММУНИТЕТ БАР

Антиматдәләрҙе тикшереүсе яңы тест һөҙөмтәләре буйынса Мәскәү медиктарының 7 проценты ғына коронавирусҡа ҡаршы иммунитетҡа эйә булыуы асыҡланған. Был турала Роспотребнадзор башлығы, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы Анна Попова хәбәр итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ойошторған кәңәшмә барышында, Попова ттикшеренеүҙең тәүге һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте. Анна Попова һүҙҙәренсә илдәге хәлде баһалау өсөн антиматдәләр буйынса тесттар мөһим. Сөнки медицина хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеге һәм иммунитеттың үҙгәреүе билгеле буласаҡ.
Мәскәү табиптарына күпләп тест үткәреү 14 апрелдән башланды. Шул уҡ ваҡытта Роспотребнадзор яңы COVID-19 коронавирусы антиматдәләрен тикшереү өсөн яңы тест-системаһы теркәлеүе тураһында хәбәр иткән ине.
«Яңы диагностикалау системаһы ауырып һауыҡҡан кешеләрҙе билдәләргә, иммунитетты өйрәнергә һәм яңы яһалған вакциналарҙың эффектын баһаларға мөмкинлектәр аса», - тип хәбәр итәләр Роспотребнадзорҙа.
4 апрелдә Рәсәйҙә «Вектор» вирусология һәм биотехнологиялар яңы тест-система уйлап сығарылыуы тураһында хәбәр ителгән ине. Уның ярҙамында коронавирус менән зарарланыусылар ғына түгел, ә вирус менән ауырып һауыҡҡан һәм ныҡлы иммунитетҡа эйә булған кешеләрҙе лә билдәләргә мөмкинлек бирә. Яңы тест-системаны теркәү ошо арала көтөлә ине һәм, күренеп тороуынса ул башҡарылған да инде.
Читайте нас