Рәсәйҙә коронавирус менән ауырыусылар һаны 24490 кешегә барып етте, бер тәүлек эсендә 3388 яңы ауырыусы асыҡланды. Илебеҙҙә таралған был сир 198 кешенең ғүмерен өҙҙө, һуңғы тәүлек эсендә был иҫәпкә 28 кеше индерелде. Һәм был эпидемия барышында тәүлек юғалтыуҙары буйынса иң ҙур күрһәткес булып тора.
Мәскәүҙә 15 апрелдән башлап шәхси һәм йәмәғәт транспортында электрон пропусктарһыҙ хәрәкәт итеү тыйылды. Башҡалала пропускаларҙы хакимиәт порталында эшләтеп алырға була. Әйткәндәй электрон пропускаларҙы Стәрлетамаҡ халҡы ла ала ала, бының өсөн ҡаланың рәсми сайтына инеп, махсус бүлектә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт тултырып ала алаһығыҙ. Мәғлүмәт дөрөҫ тултырылғандан һуң пропускағыҙ шунда уҡ килеп сыға, һәм һеҙҙең электрон почтағыҙға ла ебәрелә. Был пропускала QR-код һәм һеҙҙең турала мәғлүмәт күренәсәк, пропуска көнөнә ике тапҡыр алырға мөмкин һәм уның көсө 90 минут оҙайлығында һаҡлана.
Коронавирус пандемияһы арҡаһында шулай уҡ Кремель 9 май көндө йыл һайын үтеп торған парадттың сроктарын кисектереп торорға ҡарар иткән. Байрамдың яңы датаһы әлегә билдәһеҙ.
Алтайҙа вирус теркәлмәгән
Рәсәйҙә коронавирус табылмаған берҙән-бер төбәк бар, ул Алтай Республикаһы. Республика етәкселеге вирустың булмау сәбәбен ваҡытында индерелгән сикләүҙәр менән аңлата.
Рәсәй иҡтисадында коронавирусҡа бәйле үтә ныҡ зыян күргән тармаҡтары 17,9 триллион һум юғалтыуы мөмкин, шулай уҡ 15,5 миллион кеше эшһеҙ ҡалыу сигендә. Ошондай һығымталарға Милли рейтинг агентлығы аналитиктары килгән.
15 апрелгә ҡарата Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 1,914 миллионн кеше инфекция йоҡторған, 123 меңе үлеп ҡалған. Хопкинс Унивеврситеты мәғлүмәттәре буйынса 2,064 кеше зарарланған, 137 мең кеше һәләк булған.
Сирҙе йоҡтороусылар араһында илдәр араһында АҠШ лидерлыҡҡа сыҡты - 639 мең кеше. Испания икенсе урында – 180,6 мең, артабан Италия – 165,1, Германия – 134,7, Франция – 134,5 килә. Америка шулай уҡ үлем осраҡтары буйынса ла юғары баҫҡыста, коронавирус был илдә 31 мең кешенең ғүмерен өҙгән.
Шул уҡ ваҡытта Германия канцлеры Ангела Меркель үҙ илендә сикләүҙәрҙе кәметә башлаған. Быны ул эпидемия менән көрәште уңышлы башҡарыу менән аңлатҡан. Шулай ҙа социаль дистанция һаҡлау, гипермаркеттар эше, ҡунаҡханалар, фитнес-клубтар һәм башҡа учреждениелар сикләүҙәр эсендә ҡала.
Францияла иһә диңгеҙ гиҙеүселәр зарарланған, берҙән бер авияносец «Шарль де Голль» һәм уның янында булыусы «Шевалье Поль» фрегатында 700-гә яҡын зарарланыусы асыҡланған. Ҡараптар Тулондағы хәрби-диңгеҙ базаһында туҡталған, моряктарҙы өлөшләтә госпиталдәргә оҙатҡандар.
АҠШ президенты Дональд Трамп үҙ иленең Рәсәйгә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Улар Мәскәүгә яһалма тын алыу аппараттарын ебәрергә әҙер. Бындай ярҙамға улар Рәсәй медицина ҡорамалдарын Нью-Йоркка оҙатып ике аҙна ваҡыт үткәндән һуң яуап булып тора. Күрәһең файҙаһы тейгән, әлегә Америка власстарының инфекцияны еңергә көсө етмәй.