Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Һаулыҡ һағында
20 Апреля 2020, 09:31

КОРОНАВИРУС ҒӘЖӘП СИФАТҠА ЭЙӘ

Коронавирустың ғәжәп сифаттары бар, быға бәйле ауырыуҙы диагностикалау ауырлаша. Әгәр ҙә ғәҙәти пневманияны рентгент аша алынған снимоктарҙа яҡшы күренһә, SARS-CoV-2 башҡаса. Үпкәнең зарарланыуын тип компьютер томографияһы ярҙамында ғына билдәләргә була. Был турала «Рәсәй-1» телеканалына инфекция буйынса табип Владимир Никифоров һөйләгән.

«Беҙ бөтөнләй яңы ауырыу менән осраштыҡ. Коронавирус классик эпидемиология, классик киҫкен респиратор ауырыуҙары патогенезы ҡанундарына бойһонмай», - тип билдәләп үтте инфекционист.
Миҫал итеп әйтәйек, снимокта үпкә үтә ныҡ итеп зарарланғаны күренә, пациент реанимацияла булырға тейеш. Әммә ул табип менән һөйләшеп ултыра һәм үҙен яҡшы тойоуы тураһында уртаҡлаша. “Тик был оҙаҡҡа һуҙылмай. Артабан организмдың ҡапыл һулыуы күҙәтелә”, -тип өҫтәй Никифоров. COVID-19 сиренең үҫеше үҙенсәлеген белгестәр әлегә аңлата алмай.
Читайте нас