Һаулыҡ һағында
23 Апреля 2020, 11:10

21 ТӨБӘКТӘ ЭЛЕКТРОН ПРОПУСКАЛАР ИНДЕРЕЛӘСӘК

Киләһе аҙнанан башлап Мәскәү өлкәһе миҫалында Рәсәйҙең 21 төбәгендә QR-кодлы пропускалар индереләсәк. Был турала Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына һылтанма менән РБК яҙа.

Агенство билдәләүенә Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы төбәк етәкселәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәнән һуң 21 төбәктән электрон пропускаларҙы индереү һорауы килгән.
Пропусканы алыуға килгәндә, һәр гражданин үҙ телефонына «Госуслуги. Стопкоронавирус» ҡушымтаһын ҡуйып алырға тейеш. Ҡушымтала үҙе тураһында мәғлүмәт индереп ҡайҙа йәшәгәнен күрһәтеп һәм ҡайҙа барырға теләгәнен яҙа аласаҡ. Шунан һуң электрон пропусканы биреү, бирмәү һорауы ҡараласаҡ. Электрон пропуска тапшырылған осраҡта ла, ул ваҡыт буйынса сикләүле, тағы ла уны тикшергән ваҡытта үҙегеҙҙе раҫлай торан документ булырға тейеш.
Шулай уҡ, тәүге осорҙа электрон пропускалар Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндәге 7 төбәктә индереләсәк, артабан башҡа төбәктәр ҙә ҡушыласаҡ.
Читайте нас