Һаулыҡ һағында
23 Апрель 2020, 14:10

БАШҠОРТОСТАНДА КОРОНАВИРУС ФЕВРАЛДӘ ҮК БУЛҒАН

Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итәләр. Роспотребнадзор ойошторған эпидемиологик тикшереүҙең тәү мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостандың баш дауаханаһында коронавирус инфекцияһы таралыуы февраль айында башланған булған, был иһә карантин саралары башланғанға тиклем үк тигәнде аңлата.

Башҡортостан Респупбликаһының Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һүҙҙәренсә, ул ваҡытта килгән пациентты «инфекция сығанағы» булырын бер кем дә белмәгән. Әлегә иң тәүге ауырыусы тураһында мәғлүмәт сер булып ҡала. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә Өфөләге Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһыда COVID-19 ауырыуының күпләп таралыуы асыҡланған ине. Аҙна башында медицина учреждениеһында карантин режимы туҡтатылды.
Рәсәйҙә иң беренсе коронавирус менән ауырыусы Субботин фамилиялы 40 йәштәге ир була. Сәйәхәтсе Рәсәйгә Миландан ҡайтҡан булған, тип һөйләне РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы Алекандр Чучалин.
Уның һүҙҙәренсә, пациентта коронавирус инфекцияһы булыуы тиҙ арала билдәләнгән. Рәсәйҙә иң беренсе ауырыусы шул уҡ ваҡытта беренсе дауаланып сыҡҡан пациент булды. Тағы шуныһы билдәле, ир өйҙә булған саҡта өлкән йәштәге ата-әсәләренә лә сирҙе йоҡтороп өлгөргән. Атаһын дауалау өсөн яһалма тын аллыу аппаратына тоташтырырға тура килгән, ә әсәһе сирҙе еңел формала үткәреп ебәргән.
Ҡытайға килгәндә иһә Fox News хәбәр итеүенсә иң тәүге зарарланыусы Ҡытай лабораторияһының береһендә эшләгән булған, шунда инфекция барлыҡҡа килгән дә инде. Шул уҡ ваҡытта вирустың «биологик ҡорал» булмауы тураһында билдәләнә, сөнки лабораторияла вирустарҙы табыу һәм улар менән көрәш буйынса АҠШ технологияларын үтеп китергә маҡсат ҡуйылған. Шулай ҙа Ҡытай вәкилдәре вирустың үҙ илдәрендә барлыҡҡа килмәүе тураһында дәлилдәр килтерә.
«Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә вирустың иң тәүге төрө mv1 булыуы асыҡланған. Ул гендар ҡушылмаһы – гаплотиптарға: H13 һәм H38-гә эволюциялаған. Ә улар икенсе быуын вирусы H3 барлыҡҡа килтергән, ә H3-тән һуң H1 вирусы барлыҡҡа килгә», тип хәбәр итә КНР-ҙың Рәсәйҙәге дипломаты Чжан Ханьхуэй.
Уның һүҙҙәренсә Ҡытайҙа вирустың иң һуңғы гаплотибы – H1 табылған, илдә шулай уҡ H3 төрө лә теркәлгән булған әммә ул диңгеҙ продукцияһы баҙарында булған ваҡиға менән бер нисек тә бәйле түгел. Вирустың алдан булған типтары илдә бер ҡасан да булғаны юҡ, ти Чжан Ханьхуэй. Быға бәйле вирус башҡа илдән килтерелгән тигән һығымта яһарға була, тип һанай сит ил дипломаты.
Читайте нас