Һаулыҡ һағында
27 Апреля 2020, 12:02

КОРОНАВИРУС ЙОҠТОРОУСЫЛАР ҺАНЫ БУЙЫНСА РӘСӘЙ ҠЫТАЙҘЫ ҮТЕП КИТТЕ

Был турала бөгөн инфекция таралыуы менән көрәш буйынса оператив штаб хәбәр итте. Шулай уҡ тәүлек эсендә Рәсәйҙең 84 төбәгендә 6198 коронавирус йоҡтороусы яңы кеше теркәлгән.

Иң күп яңы ауырыусылар Мәсәкәүҙә асыҡланған – 2871, бөтәһе баш ҡалала 45351 кеше ауырый. Шулай итеп илебеҙҙә бөтә ауырыусылар һаны 87147-гә етте. Был күрһәткес буйынса Рәсәй Ҡытайҙы үтеп китте, уларҙа 83912 осраҡ теркәлгән.
Тағы ла тәүлек эсендә 50 үлем осрағы тураһында хәбәр ителә. Бөтәһе үлеп ҡалыусылар һаны – 794. 579 кеше һауығып сыҡҡан, бөтәһе илдә был сирҙән 7346 кеше дауаланған.
«Яңы ауырыусылар араһында 2693 кеше әүҙем контактлы һәм ауырыуҙы клиник сиптомдарһыҙ үткәреүсе асыҡланған, был 43,4 процент», тип хәбәр ителә хәбәрҙә.
Читайте нас