Һаулыҡ һағында
28 Апреля 2020, 11:06

ДАРЫУХАНАЛАРҘЫ МЕДИЦИНА БИТЛЕКТӘРЕН ҺАТЫРҒА КҮНДЕРӘСӘКТӘР

Рәсәй Хөкүмәте дарыуханаларҙа медицина йәки гигиена битлектәрен һатырға мәжбүр итергә мөмкин. Был турала Статс-секретарь – РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Виктор Евтухов «Рәсәй 24» телеканалындағы интервьюла хәбәр итте.

«Беҙгә Хөкүмәттең норматив актын ҡабул итеү кеүек иң һуңғы сараға барырға тура килер, моғайын. Яңы норматив акт дарыуханаларҙың ассортиментында медицина йәки гигиена битлектәренең булыуын мәжбүр итеп ҡуя», - тине министр урынбаҫары һәм бөгөн дарыухана селтәрҙәренең һаҡланыу сараларын теләкһеҙ генә һатып алыуын иҫкәртте.
«Дарыухана селтәрҙәренән битлектәрҙе үҙ ассортиментына индереү өсөн әүҙемлек күрһәтеүҙәрен теләйбеҙ», - тип өҫтәне Евтухов.
Шул уҡ ваҡытта Министр урынбаҫары Рәсәйҙә тәүлек һайын Рәсәйҙә 8 млн битлек етештерелеүе тураһында хәбәр итте, апрель айында шулай уҡ Ҡытайҙан 100 мең ошондай изделиелар һатып алынған булған. Төбәк етәкселәре һәм һаулыҡ һаҡлау органдары дарыуханалар вәкилдәре менән әңгәмә ҡороп, битлектәрҙең магазиндарҙа ғына түгел ә мотлаҡ дарыухана селтәрҙәрендә лә булырға тейешлеген аңлатырға тейештәр, тип билдәләне Евтухов.
Билдәле булыуынса дарыуханалар битлектәрҙе һатып алырға ашыҡмай, сөнки был медицина изделиеһын һатыу ҙур килем килтермәй.
Читайте нас