Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
22 Июнь 2020, 18:23

Ҡурҡыныс сир менән көрәшәбеҙ

#ВрачиГероиРБМихаил КУЗНЕЦОВ, баш табип урынбаҫары:– Беҙҙең яңы вирусты дауалау өсөн 14 көнләп вахта менән эшләгәнде ишеткәнһегеҙҙер. Тәүге вахтаға коллегаларым да, үҙем дә ниндәйҙер ышаныс менән барҙыҡ. Барыһын да дауалап сығарырбыҙ, тулҡын бер нисә аҙнала үтеп китер кеүек ине, тик ауырыусылар килеүе һаман да дауам итә, алтынсы вахтаға йәнә үҙем инергә әҙерләнәм. Тәүге көндәрҙән алып ғаиләмде күргәнем юҡ, үҙизоляцияға ҡайтҡан саҡта ла фатирҙа бер үҙем генә булдым. Сөнки ҡурҡыныс, бигерәк тә кешегә таратыу ҡурҡынысы төрлө уйҙарға һала. Хәҙер килеп, эш талаптарына күнектек, башҡаса булмай.Өҫтәмә федераль түләүҙәргә килгәндә, барыһы ла ваҡытында бирелде. Әммә хәстәханаға үҙем дә, бергә булған коллегаларым датүләүҙәр өсөн килмәнек, беҙ улар тураһында түләүҙәр күскәс кенә белдек.Байрамдар етеп килә, әммә ниндәйҙер концерт, кисә тураһында һүҙ бармай. Дөрөҫөн әйткәндә, ваҡыт бик аҙ, хатта йоҡо ла туйҙырып өлгөрөп булмай. Коллегалар менән бергә күрешеп, уларҙың хәлдәрен белешеп, эштән тыш аралашыу ҙа бер аҙ ял кинәнесен, ял тойғоһон килтерер тип уйлайым. Әлегә байрам ошондай формала үтеп китер, шуға ла коллегаларыма сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләйем.

Михаил КУЗНЕЦОВ, баш табип урынбаҫары:
– Беҙҙең яңы вирусты дауалау өсөн 14 көнләп вахта менән эшләгәнде ишеткәнһегеҙҙер. Тәүге вахтаға коллегаларым да, үҙем дә ниндәйҙер ышаныс менән барҙыҡ. Барыһын да дауалап сығарырбыҙ, тулҡын бер нисә аҙнала үтеп китер кеүек ине, тик ауырыусылар килеүе һаман да дауам итә, алтынсы вахтаға йәнә үҙем инергә әҙерләнәм. Тәүге көндәрҙән алып ғаиләмде күргәнем юҡ, үҙизоляцияға ҡайтҡан саҡта ла фатирҙа бер үҙем генә булдым. Сөнки ҡурҡыныс, бигерәк тә кешегә таратыу ҡурҡынысы төрлө уйҙарға һала. Хәҙер килеп, эш талаптарына күнектек, башҡаса булмай.
Өҫтәмә федераль түләүҙәргә килгәндә, барыһы ла ваҡытында бирелде. Әммә хәстәханаға үҙем дә, бергә булған коллегаларым да
түләүҙәр өсөн килмәнек, беҙ улар тураһында түләүҙәр күскәс кенә белдек.
Байрамдар етеп килә, әммә ниндәйҙер концерт, кисә тураһында һүҙ бармай. Дөрөҫөн әйткәндә, ваҡыт бик аҙ, хатта йоҡо ла туйҙырып өлгөрөп булмай. Коллегалар менән бергә күрешеп, уларҙың хәлдәрен белешеп, эштән тыш аралашыу ҙа бер аҙ ял кинәнесен, ял тойғоһон килтерер тип уйлайым. Әлегә байрам ошондай формала үтеп китер, шуға ла коллегаларыма сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләйем.
Читайте нас