Эльвира ТИМЕРБАЕВА, өлкән шәфҡәт туташы:
– Хәстәханала коронавирус менән ауырыусылар эргәһендә күберәк беҙ йөрөйбөҙ, шуға ла ауырып китергә мөмкинлектәр етерлек. Әммә был эште лә кемдер башҡарырға тейеш бит, ауырыуҙарҙы дауаларға кәрәк. Беҙ таҙалыҡ өсөн яуаплы, ауырыуҙарға ваҡытында медикаменттар, аҙыҡ түлек килтерергә, уларҙың хәлен ҡарап торорға тейешбеҙ. Ауырыуҙарҙың төрлөһө бар, вирус йәштәргә лә, ололарға ла йоға. Вирус йоҡтороп тағы ла хроник ауырыуҙары булғандар йәки хирургия өлкәһендә ярҙам талап иткәндәр булһа, бер пациентты хирург та, терапевт та, инфекционист та дауалай. Бигерәк тә йөрәк, ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлеген тикшереп торорға кәрәк, был яҡтан ауырыуҙың хәлен насарайтырға ярамай.
Күптәр вирустың барлығына ышанмай һәм беҙгә килеп эләгә. Вирус бар һәм пандемия шарттарында ябай ғына булған талаптарҙы үтәп торһон ине халыҡ. Сөнки күреп тораһығыҙ, медиктарға күпкә ҡатыраҡ хәүефһеҙлек саралары күреп эшләргә тура килә.
Байрам алдынан коллегаларыма түҙемлек һәм, әлбиттә, эшләп сыҡҡандан һуң коронавирусҡа яһалған анализдар кире һөҙөмтә күрһәтеүен теләйем.