“Медицина десантында” 50-гә яҡын табип – эпидемиологтар, инфекционистар, коронавирусты дауалауҙа тәжрибә туплаған БДМУ-ның студенттары һәм ординаторҙары. Улар бөтәһе лә медицина тикшереүе һәм инструктаж үткән, улар өсөн дарыуҙар запасы һәм шәхси һаҡланыу саралары әҙерләнгән.
Табиптар Ҡырғыҙстанға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус самолетында 01:00 сәғәттә Өфө аэропортынан осасаҡ.
Әйткәндәй, ошоға тиклем республика табиптары Амур өлкәһендә һәм Ҡарасәй-Черкес республикаһында коронавирус менән ауырыусыларға һәм үҙҙәренең коллегаларына ярҙам итте.