Компьютер томографияһы төрлө ауырыуҙарҙы диагностикалау өсөн киң ҡулланыла. Был ысулдың юғары мәғлүмәтле булыуы һәм КТ күсермәләренең яҡшы сифатлы булыуы табиптарға хирургик йәки терапевтик патология барлығын асыҡлауҙа һәм сирҙе артабан дауалауҙа ярҙам итә.
Быға тиклемге шундай ҡоролмалар менән сағыштырғанда, яңы томограф күп яҡтан өҫтөн тора: контраст рентген уҙғарыу, магистраль, периферик ҡан тамырҙарын тикшереү; баш мейеһендә ойошҡан ҡандың урынын асыҡлау мөмкинлеге һ.б.
Дауахананың баш табибы Эльвира Ғилуанова һөйләүенсә, ҡоролма стационарҙың ҡабул итеү бүлмәһендә (Патриотик урамы, 59 адресы буйынса) ҡуйылған. Ҡоролманы ҡуйыр алдынан бинаға капиталь ремонт яһалған, яңы елләтеү системаһы ҡоролған.
Томографты йоғошло ауырыуҙар госпиталендә коронавирус инфекцияһы һәм вируслы пневмония менән ауырығандарға ғына түгел, ә амбулатор пациенттарҙы тикшереү өсөн дә ҡулланасаҡтар. Әйткәндәй, хәҙер коронавирус менән ауырыусылар яңы инфекция үҙәгенә күсерелә.