Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Һаулыҡ һағында
9 Февраля 2021, 07:35

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӘЖРИБӘҺЕ БӨТӘ ИЛГӘ ТАРАЛА

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 50 көн эсендә төҙөлгән Республика йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау клиник үҙәге проекты Новосибирск өлкәһе хөкүмәтен ҡыҙыҡһындырған. Улар, илдә булған төрлө проекттар менән танышып сыҡҡас, беҙҙәге дауахана төҙөлөшөнә туҡталған. Проект форматында ғына түгел, ә тормошҡа ашырылған вариантын килеп күреү маҡсатында ҡалабыҙға Новосибирск өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары Юрий Петухов етәкселегендәге делегация булып китте. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, уның беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һәм ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов ҡаршы алды.

Күптән түгел генә сафҡа ингән инфекциялар менән көрәш үҙәге ҡаланың ситендә урынлашҡан. Шулай ҙа бында маршрут автобусы менән барып етеү ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай, халыҡ был тарафтарға бик үк ағылмаһа ла, маршрут автобустары өҙлөкһөҙ йөрөп тора. Күптәр бәлки бында яңы барлыҡҡа килгән “Антиковидная” исемле туҡталышты күргәне лә юҡтыр, туҡталыш ҡына түгел, заманса үҙәк үҙе лә бит йыл үҫәһе урынына ай эсендә тиерлек ҡалҡып сыҡты. Ошо күренештәрҙе йыраҡтан килгән делегация вәкилдәре лә күҙ уңынан ысҡындырманы, сөнки юлдар һалыу, маршрут һуҙыу, һыу үткәреү, электр һәм башҡаһы әҙер объектта ғына еңел эшләнгән кеүек тойола. Ә уларға әле ҡайтып тотонаһы ғына ҡала, шуға ла инфраструктура ҡороу мәсьәләһе лә көнүҙәк булып торҙо.
Биләмә буйлап йөрөп биналарҙың урынлашыуын, тышҡы яғын ҡарағас, үҙәк эсенә индек. Үҙәк буйлап экскурсияны бындағы медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ойошторҙо һәм эш урындары, эш барышы тураһында ентекле һөйләп, яңы йыһаздарҙы күрһәтеп, уларҙың уңайлыҡтарын аңлатып үтте. Ҡунаҡтар иң тәүҙә лабораторияларҙы ҡарап сыҡты, диагностикалау препараттарын һаҡлау урынын, лаборатор һауыттарҙы йыуып, зарарһыҙлау, серологик тикшеренеү (ҡанды антиесемдәргә тикшереү) бүлмәләрен һәм башҡа урындар буйлап йөрөп сыҡты.
Новосибирск өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары Юрий Петухов үҙәкте ҡарап сыҡҡандан һуң яңы йүнәлеш буйынса тәжрибә туплауы һәм был объект медицина учреждениеларын төҙөүҙә яңылыҡ булып тороуын билдәләп үтте. Уның һүҙҙәренсә, бындай үҙәк Новосибирск һәм илдең башҡа төбәктәрендә лә талап ителә.
– Коллегаларыбыҙ беҙгә заманса инфекцияларҙы дауалау үҙәген тулыһынса күрһәтеп сыҡты, был тәжрибә беҙҙең өсөн үтә мөһим. Хәстәхана уңайлы һәм күп функциялы, тап ошондай вариант беҙгә оҡшай. Әлегә тиклем беҙ бер-нисә тәжрибә менән танышҡайныҡ инде, әммә беҙгә Башҡортостандыҡы нығыраҡ оҡшаны, – тине Юрий Федорович. Делегаттар менән шулай уҡ, Республиканың Премьер-министры Андрей Назаров осрашты. Кәңәшмә формаһында үткән осрашыу барышында етәксе учреждениены ҡороу технологияһы менән таныштырып, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын аңлатып үтте. Андрей Назаров Стәрлетамаҡтағы ғына түгел, Зубоволағы клиник үҙәкте төҙөү тәжрибәһен дә миҫалға килтерҙе. Башҡортостан етәкселеге төҙөлгән объекттарҙы күрһәтеү менән генә сикләнмәне, ә төҙөлөш барышында ла ярҙам итергә әҙер булыуҙарын билдәләп үтте. Сөнки тап Стәрлетамаҡтағы йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау үҙәге илдең башҡа төбәктәрендә лә төҙөләсәк ошондай йүнәлештәге объекттарға нигеҙ булып торорға, хатта туранан-тура күсермәһе лә булыуы мөмкин.
Ысынлап та, бындай ҙур төҙөлөштө ҡарап сыҡҡандан һуң ниндәйҙер ышаныс барлыҡҡа килә. Тик сир генә әлегә сигенергә уйламай, ил һаман да ошондай үҙәктәргә ҡытлыҡ кисерә. Ҡасан был сикләүҙәр тамамланыр ҙа, “Антиковидная” туҡталышы үҙ мәғәнәһен юғалтып, тарих ҡына булып ҡалыр икән? Билдәһеҙ. Юғалтыуҙар, эҙләнеүҙәр аша ошо юлда барабыҙ ҙа инде.
Читайте нас