Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Һаулыҡ һағында
11 Март 2021, 10:45

Театр-концерттарға йөрөү тыйылмай, әммә...

Башҡортостанда театрҙарҙы, кинотеатрҙар һәм мәҙәниәт йорттарын 100 процентҡа тултырырға рөхсәт ителде.

Бындай ҡарар, тотороҡло хәлде иҫәпкә алып, ковидҡа ҡаршы штаб ултырышында ҡабул ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәорҙәге үҙенең сәхифәһендә ошо турала белдерҙе.
«Спорт ярыштарына йөрөүҙәр буйынса ла сикләүҙәрҙе алып ташлайбыҙ. Әлбиттә, санитар-эпидемиологик сараларҙы ҡәтғи үтәгәндә генә. Хәүефһеҙлек талаптары үҙгәрешһеҙ ҡала. Был - битлек режимы, социаль дистанция, һәм шулай уҡ биналарҙы санитар эшкәртеү», - тип билдәләне Хәбиров.
Ултырышта шулай уҡ хроник сирҙәр менән яфаланған һәм 65 йәштән үткән оло йәштәге кешеләргә үҙизоляцияны бөрөүҙе лә тикшерҙеләр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор эксперттары, әлегә был категорияға ҡарағандар өсөн хәлдәр хәүефле икәнен иҫәпкә алып, ҡаршы сығыш яһаны. Улар өсөн мотлаҡ үҙизоляция 25 мартҡа тиклем оҙайтылырға тейеш.
Ауырыуҙар һаны яйлап кәмеү һәм сикләүҙәр алып ташланылыуға ҡарамаҫтан, хәлдәр насарайып киткән осраҡта дауаханалар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инфекцион койкалар һанын арттырыуға әҙер торорға тейеш.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас