Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
18 Март 2021, 09:00

АНАЛИЗ БИРӘМ ТИП ҠАЛАҒА ЙӨРӨЙҺӨ ТҮГЕЛ

Стәрлетамаҡ районында сираттағы фельдшер пункты асылдыЙәмғиәттә “Ауылдарҙың киләсәге бармы?” тигән һорау йыш ҡына яңғырай. Беҙҙе, сифатлы, экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торған, йәшәү сығанағы булған ауылдарҙың киләсәге һәр хәлдә булырға тейештер. Ә бына шул киләсәк булһын өсөн шарттарҙың да булыы мөһим. Эш, мәктәп, медицина учреждениелары һ.б. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ районында ауылдарҙың киләсәге бар тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә 400-гә яҡын кеше йәшәгән Помряскин ауылы халҡы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – ауылда ФАП асылды. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына ауыл күптән мохтажлыҡ кисерә ине. Был форсат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашты.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы көҙгә табан уҡ ҡоролғайны, Айгөл ауыл советы тырышлығы менән инженер коммуникациялары уҙғарылды, насос, канализация, фильтрҙар ҡуйылды, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн урынлаштырылды Дөйөм майҙаны 90 квадрат метр самаһы булған яҡты, киң медпункт тейешле медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған.
– Халыҡҡа тәүге медицина-санитария ярҙамын күрһәтеү сифатын күтәреү етди эш. Район һаулыҡ һаҡлауҙағы оптимизация йылдарында 46 ФАП-тың береһен дә юғалтманы, сөнки кешеләр мәнфәғәтенә эшләү – һәр ваҡыт төп девизыбыҙ булып тора”, – тине тантаналы сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғәзизов.
– Медиктар сифатлы медицина ярҙамын күрһәтергә әҙер, ә пациенттар уңайлы шарттарҙа төрлө дауалау процедуралары ала ала, – тип хәбәр итте ауыл халҡына Стәрлетамаҡ ҡалһының 2-се дауаханаһы баш табибы Эльвира Ғилуанова.
Яңы медпунктта ҡабул итеү бүлмәһе, процедура һәм ҡарау бүмәһе, санитар бүлмә, пациенттар өсөн көтөү зонаһы һәм персонал өсөн ял зонаһы булдырылған. Ә инде иң мөһиме – диагностик процедураларҙы ҡалаға бармайынса ла үтәргә форсат биргән ҡорамалдар. Мәҫәлән, хәҙер фельдшер пациенттың ҡан баҫымын ғына үлсәп ҡалмай, ә хатта шунда уҡ электрокардиограмма төшөрөп, ҡалаға белгестәргә тапшыра ала. Пунктта дефибриллятор ҙа бар. Бында халыҡҡа беренсел тикшереү һәм планлы ҡарау уҙғарырға, анализдар алырға һәм балаларға прививкалар яһарға була, ә иң мөһиме – ашығыс медицина ярҙамын сифатлы итеп күрһәтеү мөмкинлеге бар.
Роза САФИНА.
Альвира АҠБУЛАТОВА фотоһы.
Читайте нас: