Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
2 Апрель 2021, 15:00

Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус таралыу хәүефенә бәйле, юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Был турала БР хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республикала йәшәүселәргә медицина хеҙмәткәре тәғәйенләүе буйынса COVID-2019-ға ҡаршы вакцинация үтергә тәҡдим итәләр.
Эш биреүселәргә медицина ойошмалары менән бергәләп хеҙмәткәрҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцинация уҙғарыу тәҡдим ителә.
65 йәштән үткән өлкән кешеләргә, һәм шулай уҡ, хроник сирлеләргә, мотлаҡ үҙизоляция режимы 14 апрелгә тиклем һаҡлана.
Р.ЗАМАНОВА.

Читайте нас: