Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
23 Апрель 2021, 10:30

Эш урындарында зыян күреүҙе йәшерергә кәрәкме?

Ҡала хакимиәтендә производствола үлем осраҡтары тураһында һүҙ алып барҙылар. Атап әйткәндә, хеҙмәт һағы һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса координацион совет ултырышы уҙҙы. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт үткән йылдың үкенесле статистикаһы менән таныштырҙы.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 йылда ҡала предприятиеларында 4 ауыр бәхетһеҙ осраҡ булған. Үлем менән тамамланған бәхетһеҙ осраҡтар “ЖилФондУборка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, “Башҡорт сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтендә, “УРБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә теркәлгән. Мәҫәлән, үткән йылдың 23 ноябрендә “Авангард” финанс сәнәғәт компанияһында күмәк бәхетһеҙлек осрағы була, һөҙөмтәлә 2 кеше һәләк була, был хәл буйынса әле һаман тикшереү дауам итә.
Ә 2021 йылдың өс айы арауығында 2 бәхетһеҙлек осрағы була: 23 февралдә “Башҡорт сода компанияһы”нда лаборатория бүлмәһенән сығып килгән хеҙмәткәр иҙәндәге аҡтарылған кафель плиткаһына абынып йығыла һәм башы менән барып төшә. Үкенескә ҡаршы, ул эштәге коллегаларын “һатмаҫ” өсөн шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итмәй, икенсе көндө генә травмпунктҡа барып, көнкүрештә йәрәхәтләндем тип эшкә яраҡһыҙлыҡ документы астыра. Дауаханала мейе һелкенгәнде белгәс кенә, яңынан ғариза яҙа, әле тикшереү бара. Ә бит шулай эш урындарында зыян күреп тә йәшереп ҡалған осраҡтар аҙмы ни беҙҙә? Шулай уҡ “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”ндағы ваҡиға ла бик аяныслы. Бында 14 мартта хәле насарайып, 57 йәшлек водитель һәләк була. Ә 2019 йылда ҡала предприятиялары буйынса барлығы 10 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән һәм 4 кеше үлгән булған. Ғөмүмән, бәхетһеҙ осраҡтар булған предприятиелҙың эше ҡәнәғәтләнерлек түгел тип билдәләнде.
Шулай уҡ РФ Социаль страховкалау фонды аҡсаларын эшселәрҙең производствола имгәнеүҙәрен һәм һөнәри сирҙәрен кәметеү буйынса тотоноу мөмкинлеге тураһында Надежда Дорохова бәйән итте. Сарала шифаханаларға юлламаларҙы бүлеүҙе авгусҡа тиклем һуҙмаҫҡа тигән ишара ла булды. Ҡала предприятиеларының профком рәйесе Таһир Ғәйетҡолов предприятиеларҙа профсоюз ойошмалары булдырыу бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итә, тине. Ни тиһәң дә, профсоюз ойошмаларының булыуы эш урындарын тәртиптә тотоуға, эшсе синыфтың хоҡуҡтарын яҡлауға ҡоролған бит.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: интернеттан.
Читайте нас: