Ашҡаҙар
+20 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
27 Апрель 2021, 12:45

Мең-мең рәхмәттәр яуһын һеҙгә, табиптар!

Стәрлетамаҡттың 2-се ҡала дауаханаһы баш табип урынбаҫары Ришат Абдуллин Рәсәй Федерацияһы Президенты Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандан 35 табип бар, тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Коронавирус инфекцияһы менән көрәштә күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте һәм юғары профессионализмы өсөн РФ Президентының Маҡтау грамотаһы менән республиканың 12 медигы бүләкләнде. 23 медицина хеҙмәткәренә Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәхмәт хаты тапшырылды.
Стәрлетамаҡттың 2-се ҡала дауаханаһы баш табип урынбаҫары Ришат Абдуллин Рәсәй Федерацияһы Президенты Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, медицина учреждениеһы 10 ай буйына ковид-госпиталь булараҡ эшләне.
Р.САФИНА.

Читайте нас: