Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
3 Июнь 2021, 09:00

Дауаханаға 17,9 миллион һумлыҡ ҡорамал ҡайтарылды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш" федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡтағы 1-се һанлы клиник дауаханаға нейрохирургия операцияларын үтәү өсөн стереотаксик микроскоп ҡайтарылған. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

"Яңы быуын визуалләштереү системаһын сағылдырыусы микроскоп хирургҡа операция яһағанда күҙгә көс төшөрмәйенсә эшләргә һәм эш барышын видеоға төшөрөргә форсат бирә. Был бигерәк тә оҙайлы операция ваҡытында мөһим", - тип билдәләй медицина учреждениеһының баш табибы Андрей Палтусов.
Микроскоптың хаҡы 17,9 млн. һумға төшкән. Ҡорамал федераль бюджет аҡсаһына алынған.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: