Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
17 Июнь 2021, 17:05

Дәүләт наградалары алдылар

Стәрлетамаҡта туберкулезға ҡаршы көрәш хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. шҡортостандың туберкулёзға ҡаршы хеҙмәте быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Әһәмиәтле дата айҡанлы туберкулёзға ҡаршы хеҙмәт өлкәһендә эшләүсе йөҙ илле медицина хеҙмәткәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды, һәм шулай уҡ маҡтаулы исемдәр бирелде, тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән. Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡтан да барҙар.

Стәрлетамаҡ район-ара туберкулезға ҡаршы диспансеры шәфҡәт туташы Афанасенко Нина Васильевна Башҡортостан Республикаһы Маҡтау Грамотоһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн шулай уҡ Стәрлетамаҡ район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерынан участка табип-фтизиатры Измайлова Нина Петровна «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Р.ЙӘЛИЛЕВА.
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: