Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе бар йөрәгемдән һөнәри байрамығыҙ – медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
Һеҙҙең һөнәрегеҙ һөнәри оҫталыҡҡа, һиҙгерлеккә һәм күңел йомартлығына нигеҙләнгән көсөргәнешле көндәлек эш, ныҡлыҡ һәм фиҙаҡәрлек талап итә. Һәр медицина хеҙмәткәре өсөн дә уның хеҙмәтенең төп күрһәткесе булып пациенттарҙың рәхмәте, ҡотҡарылған ғүмерҙәр тора. Ә йәшәү һәм сәләмәтлек – төп ҡиммәттәр.
Стәрлетамаҡта ҡала халҡын дауалаған бик күп талантлы табиптар һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Пандемия осоронда һеҙ иң яҡшы һөнәрмәнлек һәм кешелек сифаттарығыҙҙы күрһәттегеҙ һәм беҙ геройҙар заманы үтмәгәненә инандыҡ. Аҡ халатлы кешеләр үҙҙәренең ҡаһарманлығы менән тарихта һәм кешеләр
йөрәгендә мәңгегә ҡалды, ҡала!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, аҡ бәхеттәр, эшегеҙҙә уңыштар, шатлыҡ һәм күтәренке рух теләйем. Байрам менән!
Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.