Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
26 Ноябрь 2021, 13:53

Прививканы 12 йәштән яһатырға була

БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 12 йәштән алып балалар өсөн COVID-19 вакциналары клиник һынауҙар үтеп бөтөп килә.

Прививканы 12 йәштән яһатырға була
Прививканы 12 йәштән яһатырға була

Забелиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, балаларға вакцинация уҙғарыуға рөхсәт ноябрь йә декабрь аҙағына алынасаҡ. Министр башҡа илдәрҙә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ла вакцинация башланды тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә әлегә прививка яһау 18 йәште үткәндәргә генә рөхсәт ителә.

 Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова дәүләт башлығы Владимир Путиндың кәңәшмәһендә Гамалея үҙәгенең “Гам-КОВИДВак-М” вакцинаһы 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн граждандар әйләнешенә декабрь аҙағында ебәреләсәк тип хәбәр итте.

 Р. ЗАМАНОВА

Прививканы 12 йәштән яһатырға була
Прививканы 12 йәштән яһатырға була
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: