Башҡортостанда 1987 йылдан башлап, был инфекцияны күҙәтә башлағандан бирле лаборатор рәүештә 37 мең ВИЧ-инфекциялы кеше асыҡланған, СПИД-тан 12 меңдән ашыу кеше үлгән.
Республикала 2021 йыл башынан алып 1977 кешелә ВИЧ-инфекцияһы асыҡланған, шуларҙың 58 проценты – ирҙәр, 42 проценты – ҡатын-ҡыҙ.
Стәрлетамаҡта 2021 йылдың ғинуарынан октябрь айына тиклем ВИЧ-инфекцияһы менән ауырыусылар 2020 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1,4 тапҡырға артҡан.
ВИЧ-инфекциһы йоҡторған 120 кеше асыҡланған, 2020йылдың ошо осоронда 86 кеше булған.
14 йәшкә тиклемге балалар араһында был сир юҡ, шулай ҙа 15 йәштән 17 йәшкә тиклемгеләр араһында бер үҫмер теркәлгән.
Ҡалала ВИЧ-инфекцияһы күҙәтелә башлағаны бирле 2714 ВИЧ – инфекциялы теркәлгән.
Р.ЗАМАНОВА.