Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
1 Декабрь 2021, 11:26

ЯМАН АУЫРЫУҘАР УРАП ҮТҺЕН

1 декабрь – Бөтә донъя СПИДты иҫкәртеү көнө Әлегә ВИЧ- инфекцияһынан прививка уйлап табылмаған Ошо турала БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы табип-эпидемиологы Валентина Никандровна ДАНИЛОВА менән әңгәмәне сайтта уҡығыҙ.

ЯМАН АУЫРЫУҘАР УРАП ҮТҺЕН
ЯМАН АУЫРЫУҘАР УРАП ҮТҺЕН

...Һуңғы йылдарҙа Ер шарын ялмап алған коронавирус эпидемияһынан албырғап, донъяла кешелек өсөн үтә лә хәүефле булған башҡа мәкерле сирҙәрҙе онотоп киткәндәй булдыҡ. Шуларҙың береһе – ВИЧ-СПИД. Ә бит ул үҙен һиҙҙермәй генә көндәлек тормошобоҙға хәүеф янай. Мәкерле сирҙән ҡурсаланыу өсөн нимәләр белергә кәрәк – ошо хаҡта ентекләп аңлатыуын һорап, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы табип-эпидемиологы Валентина Никандровна ДАНИЛОВАға мөрәжәғәт иттек.

15 йәшлектәрҙә лә асыҡлана

– Белеүебеҙсә, ВИЧ-СПИД тураһында үткән быуаттың 80-се йылдары башында билдәле булды, эҙемтәләре тураһында асыштар туҡтамай...

 – Бынан күп йылдар элек Америка ҡалаларында табиптар үҙҙәренә мөрәжәғәт иткән ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуя алмай башлай. Табиптар уларҙы дауалай, әммә дарыуҙар ярҙам итмәй һәм кешеләр үлә. 1983 йылда Франция профессоры Люк Монтанье был кешеләрҙең ауырыуының сәбәбе вирус булыуын асыҡлай һәм уны ВИЧ – кешенең иммунодефициты вирусы тип атай.

– Бөгөнгө көндә был сиргә күбеһенсә ҡайһы йәштәгеләр дусар була?

 – Сәләмәт кеше организмына был вирус ВИЧ инфекциялы кешенән генә йоғорға мөмкин. Рәсәйҙә ВИЧ-инфекцияһы осраҡтарының 90 проценты 15-50 йәшлек кешеләргә тура килә.

– Мәкерле сирҙең билдәләре тураһында ла иҫкә төшөрөп үтәйек әле.

– Телгә алып үткән профессор нәҡ ошо вирус эләккән кеше организмын ниндәй ҙә булһа ауырыу алдында көсһөҙ итеүен иҫбатлай. Кеше организмы бик ҡатмарлы, унда һәр орган, һәр күҙәнәк билдәле бер функциялар үтәй. Бөтә органдарҙың һәм системаларҙың төрлө зарарлы микробтарҙан һаҡланыуы мөһим. Бының өсөн кешелә уникаль һаҡлау системаһы – иммунитет бар. Нәҡ улар микробтарға ҡаршы көрәшә һәм уларҙы зарарһыҙландыра. ВИЧ бик мәкерле вирус. Кеше ҡанына эләккәс, ул һаҡлаусы төп күҙәнәктәргә – лимфоциттарға һөжүм итә һәм уларҙы юҡ итә. Иммунитет көсһөҙләнә һәм организмды һаҡлай алмай. Кеше өсөн бөтә ауырыуҙар, хатта ябай тымау ҙа хәүефлегә әүерелә. ВИЧ эләктергән кеше ауырый башлағандан алып өс стадия үтә. Беренсеһе – 2 йылдан 15 йылға тиклем сир клиник яҡтан беленмәй. Икенсе стадияһы – СПИД алды торошо. Ауырыуҙың тәүге билдәләре барлыҡҡа килә: лимфатик биҙҙәр ҙурая; тән ауырлығы кәмей; ҡалтырата; хәлһеҙлек күҙәтелә. Өсөнсө стадияһы – СПИД. Бәшмәктәр, бактериялар, вирустар тыуҙырған ауыр, ғүмергә хәүеф янаған сирҙәр ҡалҡып сыға. Бер нисә айҙан алып бер нисә йылға тиклем һуҙыла һәм үлем менән бөтә.

– Тимәк, сир йоҡторған кешегә бер ниндәй ҙә өмөттәр ҡалмай?..

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауырыуҙан вакцина юҡ һәм уның булдырылыуы әлегә билдәһеҙ. Шуныһын иҫтә тотоу мөһим: ВИЧ-инфекциялылар ауырыуҙың бөтә стадияларында ла инфекцияны йоҡтороуҙың сығанағы булып тора.

Төп сәбәпсеһе – аҙғынлыҡ!

 – Был күҙгә күренмәҫ сирҙән нисек ҡурсаланырға?

– Сирҙе иҫкәртеү эше алып барылһа ла, ул, үкенескә ҡаршы, йылдан-йыл нығыраҡ тарала һәм күп илдең социаль-иҡтисади үҫешенә хәүеф янай. Тап шуның өсөн ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү мәсьәләһе медицина өлкәһенең генә түгел, ә социаль проблемаға ла әйләнде. ВИЧ-инфекцияның таралыуы күп осраҡта кешеләрҙең был сир уларҙы урап үтер, тип хаталаныуы сәбәпле килеп сыға. Ысынында бөгөн ВИЧ-инфекциһына бәйле хәлторош хәүефле төркөм: наркомандар (улар араһында ВИЧ йоҡторған бер генә кеше булһа ла, ике-өс йылдан был төркөмдөң 70 проценты ВИЧ-инфекциялы була), фәхишәләргә генә түгел, һәр кемгә ҡағыла. Хәҙерге ваҡытта ул бөтә категорияға ҡараған халыҡ араһында тарала башланы. Мәҫәлән, инъекция өсөн стерилләнмәгән инструменттар ҡулланғанда, хатта ҡолаҡ тишкәндә(!) йоғоуы ихтимал. Бынан тыш парентераль, әсәнән балаға күсеү арҡаһында таралыу (ВИЧ-инфекцияһы балаға әсә ҡарынында саҡта, бала тыуған саҡта һәм имеҙгән саҡта әсәһенән йоғоуы ихтимал) билдәле. Шулай ҙа, әлбиттә, иң төп хәүеф ул – енси бәйләнеш. Ни өсөн бөтә төр категория тинек, сөнки хәҙер нәҡ енси мөнәсәббәттә осраҡлы бәйләнештәр, күп партнерлыҡтар таралды. Атап әйткәндә, был сирҙең төп сәбәпсеһе – аҙғынлыҡ! Шуға кәңәштәр үтә лә ябай: наркотиктар ҡулланмаҫҡа, аңлы енси тормош алып барырға һәм маникюр, педикюр, пирсинг, татуаж яһау өсөн күп тапҡыр ҡулланыла торған инструменттарҙы дезинфекцияларға һәм стерилләргә кәрәк. Организмда вирус табылған осраҡта әсә ҡарынындағы яралғы зарарланмаһын өсөн профилактикалау маҡсатында махсус дарыу препараттары тәғәйенләнә.

Ғөмүмән, был афәттән үҙебеҙҙе үҙебеҙ генә һаҡлай алабыҙ!

 – Төплө әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Роза САФИНА әңгәмәлште.

 P.S.  Үҙеңдә ВИЧ бармы-юҡмы икәнлеген белеүҙең берҙән-бер ысулы – тест үтеү. Уны теләһә ҡайһы поликлиникала йәки СПИД үҙәгендә бушлай үтеп була. Тест үткәндә исемеңде белгертеү мотлаҡ түгел, шулай уҡ уның һөҙөмтәләре менән дә аноним рәүештә танышырға мөмкин.

ЯМАН АУЫРЫУҘАР УРАП ҮТҺЕН
ЯМАН АУЫРЫУҘАР УРАП ҮТҺЕН
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: