Брифингта ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Михаил Григорьев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов , 2-се ҡала дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова, ҡаланың Ата-әсәләр советы рәйесе Мария Хлюстова ҡатнаша.
Сараны Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең барлыҡ рәсми интернет ресурстары аша ҡарарға һәм һорауҙар бирергә мөмкин буласаҡ. Брифинг 3 февраль, 10:00 сәғәттә башлана.