Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
10 Февраль 2022, 11:11

Башҡортостанда тәүлек эсендә 2587 яңы коронавирус сирен йоҡтороусы теркәлгән, Стәрлетамаҡта – 362 кеше.

Тап ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙылар ҡала хакимиәтендә ойошторолған брифинг барышында. Пандемия башланғандан бирле республикала 148360 кеше был сир менән ауырыған. Тәүлек эсендә коронавирус 17 кешенең ғүмерен өҙгән, пандемия башланғандан бирле 4865 кеше вафат булған.

Башҡортостанда тәүлек эсендә 2587 яңы коронавирус сирен йоҡтороусы теркәлгән, Стәрлетамаҡта – 362 кеше.
Башҡортостанда тәүлек эсендә 2587 яңы коронавирус сирен йоҡтороусы теркәлгән, Стәрлетамаҡта – 362 кеше.

Мәктәптәрҙә ауырыусылар һаны бер аҙ кәмегән. Аҙна башында төрлө ауырыуҙар менән 9 меңдән ашыу уҡыусы ауырыған булһа, әле ике мең уҡыусы шәбәйеп сыҡҡан, 9 фералгә ярашлы мәғлүмәттәр буйынса ауырыусылар һаны 7 мең тирәһе. 392 уҡытыусы ауырый, уларҙың 169-ҙы коронавирус менән сирләй.

Балалар баҡсаһында 1789 бала ауырый, 24 балала коронавирус асыҡланған. Хеҙмәткәрҙәр араһында 385 кеше “больничный ҡағыҙы” астырған,улар араһында 150 коронавирус менән ауырыусы бар.

Стәрлетамаҡта 11 мәктәп дистанцион уҡыуға күскән булған, 14-се, 20-се, 21-се, 24-се, 30, 32-се, 34-се мәктәп 1-се гимназия, 3-сө лицей. 4-се гимназия, 1-се һәм 17 мәктәп ҡәҙимге уҡыу режимына күскән.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: