Ашҡаҙар
-12 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һағында
3 Февраль 2023, 15:08

Табиптар сысҡан биҙгәгенән һаҡланырға саҡыра

Ауғырыу күп осраҡта ябай вирус кеүек башлана. Тән ҡыҙа, хәл бөтә, тән-мускулдар ауырта.Әммә ул бик тиҙ аяҡтан йыға. Сирлеләр йыш ҡына ҡайҙан биҙгәк эләктергәнен белмәй ҙә ҡала. Әлегә был йоғошло сирҙән вакцина юҡ.Әгәр ҙә сысҡан ауырыуын эләктерҙегеҙ икән үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш итә табиптар. Сөнки ваҡытында дөрөҫ ярҙам күрһәтелмәгән осраҡта үлемгә килтерә.

Табиптар сысҡан биҙгәгенән һаҡланырға саҡыра
Табиптар сысҡан биҙгәгенән һаҡланырға саҡыра

Сысҡан биҙгәге беҙҙең республикала йыш осраған сир. Геморрагик биҙгәк буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә. Кимереүселәргә ҡуйылған 100 ҡапҡадың 80-нә сысҡан эләккән. Был үҙенсәлекле антирекорд. Әммә йылдан-йыл сысҡандар менән көрәшеү эше әүҙемләшә.

Ҡаралты-ҡураны һүткәндә, баҡса йорттарын таҙартҡанда, бесән әҙерләгәндә, йә иҫке бесәнде аҡтарғанда, балыҡҡа, һунарға сыҡҡанда, еләк-емеш, бәшмәк йыйғанда сысҡан биҙгәген йоҡтороу осраҡтары күп теркәлә. Ә ҡала ситендәге баҡсалар ширҡәтендә ваҡытында алынмаған сүп-сар, йә ярамаған урындарҙа сүплек булдырыу сир таратыусы кимереүселәрҙең артыуына килтерә.

Табиптар сысҡан биҙгәгенән һаҡланырға саҡыра
Табиптар сысҡан биҙгәгенән һаҡланырға саҡыра
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: